Приветствую Вас Дошколёнок | RSS
Понедельник
19.11.2018, 18:40
  • Наша школа - центр развития детей
    Наша школа - центр развития детей
  • Наша школа - центр досуга детей
    Наша школа - центр досуга детей
  • Наша школа - это наши учителя и учащиеся
    Наша школа - это наши учителя и учащиеся
  • Наша школа - центр взаимодействия с социумом
    Наша школа - центр взаимодействия с социумом
Добро пожаловать на официальный сайт школы №2 г.Баймака
Главная Регистрация Вход
Меню сайта

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Июнь » 21 » ҺӘЛӘТЛЕЛӘР ИЛЕНДӘ
11:57
ҺӘЛӘТЛЕЛӘР ИЛЕНДӘ
Беҙ, беҙ – бөрйәндәр,
Беҙ һәр саҡ беренселәр.
Алға, алға, гел алға,
Беҙ бик байбыҙ хыялға!
   2-се мәктәптең “Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) көндөҙгө лагерында 160 бала 6 отрядта ял итә һәм һаулығын нығыта. “Беҙ бөрйәндәр бит әле!..” исемен йөрөткән 4-се отряд быйыл тәүге тапҡыр М.Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса эшләй. Мәҡәләм башындағы дүртъюллыҡ уларҙың девизы ла инде. Отрядта 2–8-се класс балалары тәрбиәселәр Зилә Әлмөхәмәтова һәм Сәриә Ғәлиуллина етәкселегендә бик татыу төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тәрбиәселәргә вожатыйҙар Нәркәс Сирбаева, Ләйсән Мусина һәм ди-джей Нияз Ҡолмырҙин ихлас ярҙамлаша.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән талант темаһына һөйләшәсәкбеҙ, - тип башланы һүҙен отрядтың өлкән тәбиәсеһе Зилә Әлмөхәмәтова. - Беҙҙең отрядҡа иң талантлы балалар ғына эләккән: “шәхси” фотографым – Айваз Мөхәмәтйәров, ҡурайсы, йырсы, спортсы егеттәр Батыр Әминев, Әҙеһәм Асҡаров, ҡурайсы, гармунсы Айнур Ҡарасурин, корреспондент Гөлнәзирә Буранбаева, шағирыбыҙ, Әлшәй районында үтәсәк республика “Йәйләү” лагерына юлланырға тороусы егетебеҙ Йәмил Сәйҙәлиев, бейеүсе ҡыҙҙар Ләйсән Мусина, Нәркәс Сирбаева, Элиана Насырова, апалы-ҡустылы Нәркәс һәм Мансур Ласыновтар, Азалия Шәйнурова, “Урал батыр” эпосын “ыһ!” та итмәй һөйләп биреүсе сәсәнебеҙ Мәлик Вәлиев, нәфис һүҙ һәм ҡул оҫтаһы Ынйыгөл Вәлиева, шашкасы Айрат Әлмөхәмәтов, спортсы ҡыҙ Раушания Маликова һәм башҡалар – бөтәһе лә ысын талант эйәләре. Ғөмүмән, талантһыҙ кеше булмай ул. Яратҡан эше менән шөғөлләнгән кеше генә юғары уңыштарға өлгәшә ала, - тип һанап үтте Зилә Зәбир ҡыҙы.
Улар ошо көндәрҙә районыбыҙҙың ысын талант эйәләре – тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе, сәсән, композитор Борис Хәйретдинов, районда тәрбиә өлкәһенә тос өлөш индергән ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Хөрмә Биктимерова һәм Зөһрә Юнысова, онотола барған халыҡ йырҙарын тергеҙеп, 45 йыл буйына уларҙы юғары кимәлдә башҡарыусы “Ҡомартҡы” халыҡ ансамбле етәксеһе Сөмбөт Юлбахтина һәм ансамбль ағзалары менән осрашҡан. Ә мине саҡырған йәмле осрашыу шиғриәткә, район ижадсыларын туплаған “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенә арналды. Уҡыусыларҙан Йәмил Сәйҙәлиев “Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге” типографияһында сығарған үҙенең “Күңелем ауазы” исемле йыйынтығы менән ғорурланып таныштырҙы, тәбиғәт, Башҡортостан тураһындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Йәмилдең тағы бер йыйынтығы сығырға тора икән. Афарин!
   Зилә Зәбир ҡыҙы ла элек шиғырҙар ижад иткән, хатта “Киләсәккә бағам өмөт менән” исемле йыйынтыҡ та әҙерләгән икән. Ул да үҙенең бесәй тураһындағы балалар өсөн шиғырын һөйләп күрһәтте. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Осрашыу күмәкләп фото төшөү менән тамамланды. Артабан барыһы ла мәктәптә эшләгән “Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) лагеры программаһына ҡушылды. Мәктәп лагеры менән Илмира Мукаева етәкселек итә. Өлкән вожатый Руслан Ғатин төрлө сараларҙы матур ойоштора, балалар уның ауыҙына ҡарап ҡына тора. Был көндө улар интеллектуаль марафон менән комик футболды бер юлы үткәрәләр ине. Стадион гөрләп тора. Футболға битарафтар бер мөйөштә күңелле көйгә рәхәтләнеп бейей. Ғөмүмән, моңайып тороусыны бер ҙә күрмәҫһең. Ысынлап та, был тиклем дә рәхәтләнеп ял иткәс, дәртләнеп уйнағас һәм бейегәс, уларҙың аппетиттары ла бик шәптер инде. Мәктәп директоры Радмир Иҫәнбаев: “Беҙҙең ашханала эшен бик яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Балаларҙы көнөнә 2 тапҡыр бик туҡлыҡлы итеп ашатабыҙ”, - тип ҡеүәтләне. Директор быйылғы лагерҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын, балаларҙың бер ҡалдырмай йөрөүен, беренсенән, лагерь начальнигы һәм уның урынбаҫары итеп итеп йәш педагогтарҙы тәғәйенләүҙә һәм, икенсенән, тәрбиәселәр итеп дәүләт имтихандарында ҡатнашмаған, ижади фекерләүсе уҡытыусыларҙы, ә юғары класс уҡыусыларын вожатый ярҙамсылары итеп ҡуйыуҙа күрә. “Лагерҙа эшләүселәргә рәхмәтлемен. Бында һәр көн үҙенсәлекле үтә. “Йәйләү” программаһы буйынса яҙғы каникулда шөғөлләнгәйнек, уҡыусылар оҡшатты. Унда өҫтәмә белем биреү педагогтары ярҙам итте. Әле Зилә Зәбир ҡыҙы алып бара. Был отрядта илһөйәрлек рухы тәрбиәләнә. “Йәйләү” лагерының эшмәкәрлеге балаларҙың ихласлығында, әүҙемлегендә сағыла. Уҡыусылар, мәктәп баҡсаһында эшләп, хеҙмәт тәрбиәһе лә ала”, - тип йомғаҡланы һүҙен Радмир Фитрат улы.
   “Йәйләү” программаһы менән эшләүсе “Беҙ бөрйәндәр бит әле!” отряды бығаса халыҡ уйындарын өйрәнгән, Кәкүк сәйе йолаһын башҡарған, Темәс музейына экскурсияға барып ҡайтҡан, “Ирәндек” кинотеатрында “Әсә”, мәктәптә “Еңмеш”,милли геройыбыҙ С.Юлаев тураһында башҡорт фильмдарын ҡараған, “Отряд һылыуҡайы”, “Отряд бөркөтө” байрамдарын үткәргән. Тиҙҙән улар һабантуй һәм башҡа милли байрамдар ойошторорға йыйына. Милли рухта тәрбиәләнгән балаларыбыҙ артып китһен, иншалла.
Айгөл Иҙелбаева.
 
Просмотров: 225 | Добавил: Gulfiya | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Вход на сайт
Логин:
Пароль:

Поиск

Календарь
«  Июнь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930

Архив записей

Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2018