Приветствую Вас Дошколёнок | RSS
Понедельник
19.11.2018, 18:15
  • Наша школа - центр развития детей
    Наша школа - центр развития детей
  • Наша школа - центр досуга детей
    Наша школа - центр досуга детей
  • Наша школа - это наши учителя и учащиеся
    Наша школа - это наши учителя и учащиеся
  • Наша школа - центр взаимодействия с социумом
    Наша школа - центр взаимодействия с социумом
Добро пожаловать на официальный сайт школы №2 г.Баймака
Главная Регистрация Вход
Меню сайта

Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Ноябрь » 16 » Ҡара дингеҙ буйында ял!
16:40
Ҡара дингеҙ буйында ял!

Быйылғы уҡыу йылы минең өсөн оноталмаҫ хәтирәләр менән башланып китте. Тыуған мәктәбем, район мәғариф бүлеге мине Бөтә Рәсәй балалар үҙәге “Орлёнок ” лагерына путёвка менән бүләкләне. Шатлыҡтан түбәм күккә тейҙе, ҡара дингеҙ буйында ял итәсәкмен!

Башҡортостандан Ҡара дингеҙ буйына 24 бала юлландыҡ. Көҙҙөң иң алтын мәле үтеп ,илаҡ ҡарасай оҙатһа ла , беҙҙең күңелдәр көр ине . Ҡарлы , ямғырлы баш ҡаланы ҡалдырып, Өфө-Адлер поезында ҡуҙғалдыҡ ...
Туапсе ҡалаһының вокзалына килеп төштөк һәм беҙҙе ҡаршылап, Орлёнокка юл тоттоҡ . Лагерыбыҙҙың территорияһы бик ҙур һәм ул дингеҙгә яҡын ғына ине. Сменабыҙ “Гражданское взросление“ лагерыбыҙ “Стремительный” тип аталды, лагерҙа 329 бала ял итте . Сочи, Краснодар, һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар менән ял иттек. Әйҙәүселәр Башҡортостандан, Ставрополь өлкәһенән булдылар. Һәр лагерҙағы кеүек, отрядтың үҙ исеме, үҙ девизы, командиры булды. Мин лагерҙың судьяһы булдым.

Танышыу кисәһенән башланып киткән ялыбыҙ 21 көн буйы дауам итте. Онотолмаҫ экскурсиялар, төрлө уйын-бәйгеләр, йыр-моң, концерттар ҡуйҙыҡ. Һәр милләт үҙенең халҡының колориты менән таныштырҙы. Беҙ Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, һоҡландырғыс тәбиғәтен, йолаларын бәйән иттек . Әлбиттә, башҡорт аты, ҡымыҙы, балы, Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында дуҫтарыбыҙ иҫе китеп тыңланы. Минең ҡурай уйнауыма, ул көпшәнән ниндәйҙер көй сығыуына аптыраналар, ҡулдан –ҡулға йөрөтөп ҡаранылар. Сәйәхәт ҡылып, һыу инеп, уйнап-көлөп кенә йәшәгәндәр, тип уйлай күрмәгеҙ. Мәктәптә лә уҡыныҡ, түңәрәккә лә йөрөнөк көн һайын иртәнге күнекмәләр эшләнек, бассейнда йөҙҙөк.

Беҙҙең сменабыҙ “Гражданское взросление” булғанға күрә «Ынтылыштар ҡаласы»нда йәшәнек, беҙҙең мэр һәм мэрия булдырылды . Беҙҙә һайлауҙар үтте һәм мин ошо һайлауҙа һайлау комиссияһы ағзаһы булдым. Беҙҙә төрлө департаменттар үҙ эштәрен башҡарҙы. Мәҫәлән, дөрөҫ туҡланыу, таҙалыҡ, хәүефһеҙлек һәм мәғлүмәт департаменттары эшләне. Дөрөҫ туҡланыу департаменты ашханала дөрөҫ туҡланыуҙы тикшерҙе. Таҙалыҡ департаменты беҙ йәшәгән бүлмәләрҙә һәм лагерь территорияһында бөхтәлек булдырыу өсөн тырыштылар. Хәүефһеҙлек комитеты хәүефһеҙ һыу инеүҙе, һауа торошо буйынса кейенеүҙе күҙәтте.

Һәр көнөбөҙ иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды: Ҡара диңгеҙҙә һыу индек, ҡабырсаҡтар йыйҙыҡ, медузаларҙы ихлас күҙәттек. Лагерҙағы ялыбыҙ һә тигәнсе үтеп китте, тантаналы йомғаҡлау линейкаһы булды. Бөтә сараларҙа ла әүҙем булғаным өсөн Маҡтау билдәләре менән бүләкләндем. Хушлашыу усағында “Орлятский значок” тарҙы түшебеҙгә ҡаҙағас, күңелдәрҙе һағыш биләп алды, күҙҙәребеҙҙә айырылышыу, юҡһыныу йәштәре ялтыраны. Ошо 3 аҙнала ныҡ дуҫлашып өлгөргән дуҫтарыбыҙ менән айырылышыуы бик ауыр булды. Смена буйы көс түккән вожатыйҙарыбыҙға, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға, табиптарыбыҙға, ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдереп хушлаштыҡ. Ҡара дингеҙгә тағы ла әйләнеп ҡайтыу теләге менән тәңкәләр ташлап юлға сыҡтыҡ. Беҙ юлға сығаһы көндө диңгеҙҙә дауыл ҡупты. Ул да беҙҙе ҡайтарғыһы килмәй, күҙ йәштәре менән оҙатып ҡалды.

Тағы ла поезға ултырып, Башҡортостаныбыҙға ҡайтырға сыҡтыҡ. Өфөлә беҙҙе ата-әсәйҙәребеҙ ҡаршы алды. Тыуған яҡ, йорт һағындырған! Мин дингеҙҙән көс йыйып, һаулығымды нығытып, дуҫтар табып, киләсәккә ҙур пландар менән ҡайттым!

Ошондай матур, иҫтәлекле ял ойошторғандары өсөн мәктәбемә рәхмәтлемен. Әлбиттә, был уҡытыусыларымдың алһыҙ-ялһыҙ фиҙаҡәр хеҙмәт емеше.

Просмотров: 113 | Добавил: Gulfiya | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Вход на сайт
Логин:
Пароль:

Поиск

Календарь
«  Ноябрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Архив записей

Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2018